Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 23:7 - Изге Яҙма

7 Левиҙәр, һәр ҡайһыһы ҡорал тотоп, батшаны уратып баҫһын, кем ҡорамға инә – шул үлтерелһен. Батша ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалмағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 23:7
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы ҡорамына ҡаһиндар менән хеҙмәттәге левиҙәрҙән башҡа берәү ҙә инмәһен. Улар пакланыу йолаһын үткән, шуға күрә инә алалар. Ә ҡалған кешеләр Раббының бойороғон үтәһен.


Левиҙәр һәм барлыҡ йәһүҙиҙәр Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәй. Йөҙ баштары шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде үҙ янына туплай, сөнки Йеһоядағ ҡаһин бер кемгә лә китергә рөхсәт бирмәй.


Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш.


Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.


Муса, Һарун һәм уның улдары Осрашыу сатыры алдына, унан көнсығышҡа ҡарай, урынлашһын. Уларға исраилдар исеменән Изге урындағы хеҙмәт өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Изге урынға ситтәрҙән берәйһе яҡынлашһа, ул үлемгә дусар ителергә тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ