6 Раббы ҡорамына ҡаһиндар менән хеҙмәттәге левиҙәрҙән башҡа берәү ҙә инмәһен. Улар пакланыу йолаһын үткән, шуға күрә инә алалар. Ә ҡалған кешеләр Раббының бойороғон үтәһен.
өстән бер өлөшө – батша һарайында, өстән бере Нигеҙ ҡапҡаһы төбөндә булһын. Ә бар халыҡ Раббы ҡорамының ихаталарында торһон.
Левиҙәр, һәр ҡайһыһы ҡорал тотоп, батшаны уратып баҫһын, кем ҡорамға инә – шул үлтерелһен. Батша ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалмағыҙ.