5 өстән бер өлөшө – батша һарайында, өстән бере Нигеҙ ҡапҡаһы төбөндә булһын. Ә бар халыҡ Раббы ҡорамының ихаталарында торһон.
Һеҙ былай итегеҙ: шәмбе көндө хеҙмәтен башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәрҙең өстән бер өлөшө ҡапҡаларҙы һаҡлаһын,
Раббы ҡорамына ҡаһиндар менән хеҙмәттәге левиҙәрҙән башҡа берәү ҙә инмәһен. Улар пакланыу йолаһын үткән, шуға күрә инә алалар. Ә ҡалған кешеләр Раббының бойороғон үтәһен.
Раббы Муса һорағанса эшләне: йорт эстәрендәге, урам буйҙарындағы, баҫыу-яландағы тәлмәрйендәр ҡырылып бөттө.
Шул мәл тыумыштан аҡһаҡ бер кешене алып килделәр. Уны көн һайын Алла йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына ултыртып, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ҡалдырып китәләр ине.