3 Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуа, сөнки уны әсәһе ҡанунһыҙ ғәмәлдәргә этәрә.
Ахав нәҫеле менән туғанлашҡанға күрә, Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды.
Ахазъяһ егерме ике йәшендә батша була һәм Йәрүсәлимдә бер йыл батшалыҡ итә. Уның әсәһе Ғомриҙың ейәнсәре Ғаҫалъяһ була.
Ул, Ахав нәҫеленә оҡшап, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡыла, сөнки атаһы мәрхүм булғандан һуң, Ахав йортоноң ағзалары уның кәңәшселәре булып, уны һәләкәткә килтерә.
Йеһоядағтың вафатынан һуң, Йәһүҙә түрәләре батшаға килеп баш эйә, батша иһә уларҙы тыңлай башлай.
Яуыз Ғаҫалъяһтың улдары Раббы ҡорамын талап, ундағы мөҡәддәс әйберҙәрҙе Бәғелгә табыныу өсөн ҡулланды бит!
Ул Исраил батшаларының юлын ҡыуа, хатта Бәғел һындарын ҡойҙора,
Раббы һеҙҙең тәнегеҙҙе лә, йәнегеҙҙе лә бер бөтөн итеп уҡмаштырманымы ни? Был бер бөтөндөң тәғәйенләнеше ниҙә? Ул Үҙе өсөн шәхсән бер тоҡом теләр ине. Шуға ла үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, берегеҙ ҙә йәшлектә өйләнгән ҡатынына хыянат итмәһен.
Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел.
Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң?