Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 22:11 - Изге Яҙма

11 Ләкин Йеһошавғаҫ, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш тигән улын урлап алып, уны һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерә. Шулай итеп, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Йеһоядағ ҡаһиндың ҡатыны, Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны Йеһошавғаҫ Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерә һәм ул тере ҡала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 22:11
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Минең исемемә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.


Шуға ҡарамаҫтан, Дауыт хаҡына Аллаһы Раббы Авиямдан һуң уның улын тәхеткә ултыртты. Шулай итеп, Йәрүсәлимде имен ҡылды, был ҡалала Дауыттың шәмен һүндермәне.


Ләкин Йеһошевағ – Йеһорам батшаның ҡыҙы һәм Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны – Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш исемле улын урлап алып, һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерҙе. Шулай итеп, Йеһошевағ арҡаһында, Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерҙеләр һәм ул тере ҡалды.


Шулай булһа ла, Раббы Дауыт менән төҙөлгән килешеү хаҡына Дауыт йортон һәләк итергә теләмәй, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргән була.


Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, Йәһүҙә батшаһы нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға керешә.


Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала алты йыл буйына улар менән Алла ҡорамында йәшенеп йәшәй.


Етенсе йылына Йеһоядағ, тәүәккәлләп, йөҙ баштары Ғазаръяһ Йерохам улы, Исмәғил Йеһоханан улы, Ғазаръяһ Ғовед улы, Мағасеяһ Ғадаяһ улы, Әлишафат Зихри улы менән килешеү төҙөй.


Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.


Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села


Йылға-һыуҙарыңда тәлмәрйен мыжғып торор, улар һыуҙан сығып һарайыңа, йоҡо бүлмәңә, ятыр-торор урыныңа кереп тулыр, хеҙмәтселәреңдең, тотош халҡыңдың йорт-ерҙәрен баҫыр, мейесегеҙ, икмәк күнәктәрегеҙ тәлмәрйен менән тулыр.


Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.


Раббы былай ти: «Йөҙөм тәлгәшендә һут булғанда: „Әрәм итеп ҡуйма, унда бәрәкәт бар“, – тиҙәр. Ҡолдарым хаҡына Мин дә шулай эшләрмен, Уларҙың һәммәһен дә һәләк итмәм.


Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ