ІІ Йылъяҙма 22:10 - Изге Яҙма10 Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, Йәһүҙә батшаһы нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға керешә. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Ләкин Йеһошавғаҫ, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш тигән улын урлап алып, уны һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерә. Шулай итеп, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Йеһоядағ ҡаһиндың ҡатыны, Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны Йеһошавғаҫ Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерә һәм ул тере ҡала.