4 Йеһорам атаһы урынына тәхеткә ултырып, хакимлығын нығытҡандан һуң, бөтә ҡустыларын, шулай уҡ Исраилдың ҡайһы бер түрәләрен ҡылыстан үткәрә.
Ҡабил ҡустыһы Һабилға: – Әйҙә, яланға сығайыҡ, – тине. Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.
Инде кәңәш бирергә рөхсәт ит: үҙеңдең һәм улың Сөләймәндең ғүмерен һаҡлау сараһын күр!
ә Исраил батшаларына эйәрҙең. Ахав нәҫеле Исраилды аҙҙырған кеүек, һин Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәнең. Өҫтәүенә, һин ҡустыларыңды, атайыңдың улдарын, үлтерттең, ә улар һинән яҡшыраҡ ине.
Улар Йәһүҙәгә табан юллана, уға бәреп инә һәм батша һарайында табылған барлыҡ мөлкәтте, шулай уҡ улдарын һәм ҡатындарын алып китә. Уның кинйәһе Йеһоахаздан башҡа улы ҡалмай.
Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, Йәһүҙә батшаһы нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға керешә.
Йеһу, Ахав нәҫеленә сығарылған хөкөмдө бойомға ашырған саҡта, Йәһүҙә түрәләрен һәм Ахазъяһҡа хеҙмәт иткән ағай-энеһенең улдарын осрата һәм барыһын да үлтерә.
Тәхетендә нығынғас, Амасъяһ атаһы Йоаш батшаны үлтергән ярандарын язалай.
Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре – яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған.
Ул Ғофраға – атаһының йортона килде һәм бер таш өҫтөндә үҙенең бөтә ағай-энеһен, Йеруббәғелдең етмеш улын, үлтерҙе. Йеруббәғелдең иң кесе улы Йоҫам ғына иҫән ҡалды – йәшеренеп өлгөргәйне.