Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 21:13 - Изге Яҙма

13 ә Исраил батшаларына эйәрҙең. Ахав нәҫеле Исраилды аҙҙырған кеүек, һин Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәнең. Өҫтәүенә, һин ҡустыларыңды, атайыңдың улдарын, үлтерттең, ә улар һинән яҡшыраҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 21:13
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғомри Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды. Ул үҙенән алда булған бөтә батшаларға ҡарағанда ла күберәк яуызлыҡ эшләне.


– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.


Йәһүҙәләге ҡалҡыулыҡтарҙа табыныу урындары булдыра, Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәп, йәһүҙиҙәрҙе юлдан яҙҙыра.


Бына шуның өсөн Раббы һинең халҡыңа, балаларыңа, ҡатындарыңа, барлыҡ мөлкәтеңә ауыр ҡаза ебәрәсәк.


Йеһорам атаһы урынына тәхеткә ултырып, хакимлығын нығытҡандан һуң, бөтә ҡустыларын, шулай уҡ Исраилдың ҡайһы бер түрәләрен ҡылыстан үткәрә.


Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам да, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуа, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.


Улар ата-бабаларының Аллаһы Раббының ҡорамын ташлап, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларға һәм боттарға табынырға тотона. Уларҙың был гонаһы арҡаһында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Алланың асыуы төшә.


Шуға күрә ул ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ. Улар үҙ илаһтары менән зина ҡылып, ҡорбан килтергән ваҡытта һеҙҙе лә саҡырыр, һеҙ ҙә уларҙың ҡорбан итен ашарһығыҙ.


Сөнки донъяла йәшәгәндәрҙе Енәйәттәренә күрә язаларға Бына, Раббы Үҙенең торлағынан сыға. Шул саҡ ер үҙенә түгелгән ҡандарҙы күрһәтәсәк, Үлтерелгәндәрҙе башҡаса йәшермәйәсәк.


«Ҡаланы ҡан өҫтөндә төҙөгәнгә, Ҡәлғәне яуызлыҡ менән һалғанға ҡайғы!»


Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.


Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре – яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ