Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 20:8 - Изге Яҙма

8 Улар шунда төйәкләнеп, Һинең исемеңә бағышланған Изге торлаҡ төҙөнөләр һәм былай тиҙәр:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 20:8
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам.


Эй Аллабыҙ! Һин ошо ерҙә йәшәүселәрҙе халҡың Исраил алдынан ҡыуып ебәреп, уны мәңгелеккә Үҙеңдең дуҫың Ибраһим нәҫеленә бирҙең түгелме ни?


«Башыбыҙға бәлә-ҡаза килгәндә – язалаусы ҡылысмы, үләтме, аслыҡмы ул – беҙ Һинең исемең төйәкләнгән ошо йорт алдына, Һинең хозурыңа киләбеҙ, үҙебеҙ дусар булған һәләкәт хаҡында Һиңә ялбарабыҙ, шунда Һин беҙҙе ишетәһең һәм ҡотҡараһың».


Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым.


«Халҡым Исраилды Мысыр еренән алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаған инем. Шулай уҡ халҡым Исраилға етәкселек итер өсөн бер кешене лә һайламаным.


Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.


Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ