35 Ләкин быларҙан һуң Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат яман эштәр ҡылған Исраил батшаһы Ахазъяһ менән әшнәләшә.
Ул Бәғелгә табынды, уға хеҙмәт итте һәм, атаһының яҙыҡ ғәмәлдәрен ҡабатлап, Исраил Аллаһы Раббыны ныҡ асыуландырҙы.
Йеһошафат ҙур байлыҡҡа эйә була һәм дан ҡаҙана. Ул Исраил батшаһы Ахав менән туғанлаша.
Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам да, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуа, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.