29 Раббының Исраил дошмандарына ҡаршы алышҡанын ишеткәс, ерҙәге бөтә батшалыҡтар Алланан ҡурҡып ҡала.
Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.
Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,
Аса үҙенең кешеләре менән уларҙы Герарға тиклем баҫтыра. Куштар ҡыйратыла, бер тере йән эйәһе лә ҡалмай, сөнки улар өҫтөнән Раббы һәм Уның ғәскәре еңеү яулай. Йәһүҙиҙәр бик күп яумал ала.
Герар тирәһендәге ҡалаларҙа йәшәгән халыҡ Раббы дәһшәтенән ҡурҡып ҡалғанлыҡтан, йәһүҙиҙәр был ҡалаларҙы емереп, талап, бик күп яумал алып китә.
Йәһүҙә тирәһендәге бөтә батшалыҡтарҙы Раббы дәһшәте биләп ала, шуға күрә улар Йеһошафатҡа ҡаршы һуғыш асмай.
Йәрүсәлимгә лиралар, арфалар, борғолар тауышы аҫтында ҡайтып, Раббы йортона киләләр.
«Мәңгелеккә ваз кистеме бөйөк Хаким? Инде һис кенә лә хуш күрмәҫме?
Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ.
Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне. – Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша.
Мин һинең алдан дәһшәтемде ебәрермен. Юлыңда осраған барса халыҡтарҙы ҡаушатырмын, бөтә дошмандарыңды һине күрер-күрмәҫтән ҡасырға мәжбүр итермен.
Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.