9 миңә күп итеп ағас әҙерләрҙәр, сөнки мин һалаһы бина бөйөк тә, хикмәтле лә.
Ә был ҡорам харабаға әйләнер һәм уның янынан үткән һәр кем аптырап, ҡурҡып: «Раббы ниңә был илде һәм ҡорамды шул хәлгә ҡалдырҙы икән?» – тип һыҙғырып ҡуйыр.
Ағас йығыусыларыңдың ашарына егерме мең кор бойҙай, егерме мең кор арпа, егерме мең бат шарап, егерме мең бат зәйтүн майы ебәрәм».
Мин төҙөйәсәк бина бөйөк, сөнки Аллабыҙ бөйөк, бөтә аллаларҙан юғарыраҡ.
Миңә Ливандан кедр ағасы, кипарис, артыш ағасы ебәр, мин беләм: һинең хеҙмәтселәрең Ливан ағасын бик оҫта әҙерләй. Минең хеҙмәтселәрем һинекеләр менән бергә барыр,
Әле бейек булып торған ошо ҡорам янынан үткән һәр кем, аптырап һәм ҡурҡып: «Раббы ниңә был илде һәм ҡорамды шул хәлгә ҡалдырҙы икән?» – тип әйтеп ҡуйыр.