6 Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Алла өсөн кемдең йорт һалырға көсө етер икән? Уға йорт төҙөү өсөн мин шул тиклем кем? Уға арнап ҡорбан килтерер өсөн генә булмаһа инде.
Дауыт Раббы хозурына барып ултырҙы. Доға ҡылып, былай тине: – Эй Раббы Хакимым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең!
Сөләймән батша Тир ҡалаһынан Хирам тигән бер кешене саҡыртып килтерҙе.
Ул Нафтали ырыуынан бер тол ҡатындың улы ине. Тир ҡалаһынан булған атаһы баҡырсы ине. Хирам үҙе лә баҡырҙан төрлө әйберҙәр эшләүсе белекле, маһир һәм егәрле оҫта булды. Ул Сөләймән батшаға килде һәм үҙенә йөкмәтелгән бөтә эштәрҙе башҡарып бирҙе.
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Һинең эшселәрең бик күп, таш ҡырҡыусылар ҙа, ташсылар ҙа, балта оҫталары ла, башҡа оҫталар ҙа етерлек.
Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.
Хәҙер миңә был халыҡтың эсен-тышын аңларлыҡ зиһен үә ғилем бир, юғиһә Һинең бөйөк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен? – ти.
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә, бәндәләр араһында йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
– Фирғәүенгә барып, Исраил халҡын Мысырҙан алып сығырға мин кем һуң? – тип һораны Муса Алланан.
тирәсәгә кейҙереү өсөн таш юна, шулай уҡ ағас семәрләй белә – һәр кәсепкә оҫта.
Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?
Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.
Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң?
Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,
Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.
Тотош яндырыу ҡорбандарын ырыуҙарығыҙҙың береһендә Раббы һайлаған урында ғына килтерегеҙ һәм мин бойорған һәр нәмәне шунда ғына эшләрһегеҙ.
Изге ҡорбандарығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе алып, Раббы һайлаған урынға килтерегеҙ.