5 Мин төҙөйәсәк бина бөйөк, сөнки Аллабыҙ бөйөк, бөтә аллаларҙан юғарыраҡ.
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Ә был ҡорам харабаға әйләнер һәм уның янынан үткән һәр кем аптырап, ҡурҡып: «Раббы ниңә был илде һәм ҡорамды шул хәлгә ҡалдырҙы икән?» – тип һыҙғырып ҡуйыр.
Сөнки Раббы бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ, Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк.
Шунан Дауыт батша йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Раббы Үҙе һайлап алған улым Сөләймән әлегә йәш, тәжрибәһеҙ, ә эшләнәһе эш иҫ киткес бөйөк, сөнки был йорт – кеше өсөн түгел, ә Алла Раббы өсөн.
Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.
миңә күп итеп ағас әҙерләрҙәр, сөнки мин һалаһы бина бөйөк тә, хикмәтле лә.
Балаларым минең! Вайымһыҙ булмағыҙ, сөнки Раббы Үҙенең хозурында хеҙмәт итеү, ҡорбан килтереү өсөн һеҙҙе һайлап алған.
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә, бәндәләр араһында йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Ул аҡылы менән күктәрҙе яратҡан, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.
Эй күктәрҙең асманы, Раббыны маҡта! Күктәрҙән юғарылағы һыуҙар, Дан йырлағыҙ Уға!
Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?
Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне.
Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?
Эй Раббы, Һиңә тиңе юҡ! Һин бөйөкһөң, Һинең исемең оло һәм ҡөҙрәтле.
Биҙәүестәренең гүзәллегенә ғорурландылар, уларҙан ерәнгес боттарының һындарын эшләнеләр. Шуға күрә лә ул әйберҙәрҙе кешеләр өсөн нәжес нәмәгә әйләндерәм.
Берҙән-бер һәм мөбәрәк Түрә, батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы, ваҡыты еткәс, Ғайса Мәсихте ебәрәсәк.