Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 2:4 - Изге Яҙма

4 Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 2:4
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы атайым Дауытҡа: „Һинең тәхетеңә ултырасаҡ улың Минең исемемә бағышлап йорт һалыр“, – тигәйне. Шуға күрә Аллам Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн йорт төҙөргә ниәтләйем.


Ләкин Раббы атайым Дауытҡа: «Күңелеңдә Миңә атап ҡорам төҙөргә теләгең бар. Был бик яҡшы.


Сөләймән татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһе килтерҙе. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Раббы йортон изгеләндерҙе.


– Улым Сөләймән әлегә йәш һәм тәжрибәһеҙ, ә Раббыға төҙөләһе йорт бик мөһабәт, даны бөтә донъяға таралырлыҡ затлы-зиннәтле булырға тейеш, шуға күрә мин уға бөтә кәрәк-яраҡты әҙерләйем, – ти Дауыт. Шулай итеп, Дауыт вафатына тиклем бик күп нәмә хәстәрләй.


Улар көн дә иртәле-кисле тотош яндырыу ҡорбандары яндыра, хуш еҫ төтәтә, пак өҫтәлгә изге икмәктәрҙе теҙеп һала, кис һайын алтын шәмдәлдең майшәмдәрен тоҡандыра, сөнки беҙ Аллабыҙ Раббының күрһәтмәләрен үтәйбеҙ, ә һеҙ Уны ташланығыҙ.


Сөләймән Раббыға бағышлап ҡорам һәм үҙенә батша һарайы төҙөтөргә була.


Был ҡорамға ҡуйыла торған ун ике изге икмәк, даими бирелә торған икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбандары, шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, изге тип һаналған бүләктәр, Исраилды пакландырыуға тәғәйенләнгән гонаһ ҡорбандары, Аллабыҙ йортонда башҡарыла торған бөтә ғәмәлдәр өсөн булыр.


Йәшене ғаләмде балҡыта, Ер йөҙө быны күреп тетрәнә.


Һәр ваҡыт Минең хозурыма өҫтәл өҫтөнә изге икмәк ҡуй.


Һарун һәр көн иртәнсәк майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш.


Үҙе менән бер янсыҡ көмөш алды, ай тулғансы ҡайтып кермәҫ әле».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ