9 Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп, Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултыра, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итә.
Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерә: – Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!»
Ахав Йеһошафатҡа былай ти: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштыра ла, яуға инәләр.
Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып: – Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – ти.
Ер аҫтындағы үлеләр донъяһы: „Хуш киләһең“, – тип, Һине ҡаршыларға ашҡына, эй Бабил батшаһы! Ер йөҙөндә хаким булғандарҙың әруахтарын уятты, Ҡәүемдәргә идара иткән батшаларҙың рухтарын, Тәхеттәренән ҡалҡытып, аяҡҡа баҫтырҙы.
Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр.
Шунан күрҙем: Тәхеттәр ҡуйылды, Мәңгелек Зат тәхеткә ултырҙы. Кейемдәре ап-аҡ ҡар ише, Сәстәре – бәрәс йөнө һымаҡ салт. Тәхете – утлы ялҡын, Тәгәрмәстәре – дөрләп янған ут.
Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй.
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.
Әммә һеҙгә шуны әйтәм: хатта ни тиклем данлы Сөләймән батша ла ул дәрәжәлә затлы кейенмәгән.
Боғаз иһә ҡала ҡапҡаһы төбөнә барып ултырҙы. Ҡараһа, бая әйткән яҡын туғаны килә ята. Боғаз уға: – Бында килеп ултыр әле, – тип өндәште. Тегеһе ултырҙы.