8 Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып: – Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – ти.
Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат.
Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып: – Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – тине.
Дауыт Йәрүсәлимгә Исраилдың барлыҡ түрәләрен: ырыу башлыҡтарын, батша хеҙмәтендәге хәрби бүлек етәкселәрен, мең баштарын, йөҙ баштарын, батшаның һәм уның улдарының бар мөлкәте һәм мал-тыуары өсөн яуаплы кешеләрҙе, һарай әһелдәрен, батыр яугирҙәрҙе һәм барлыҡ ғәйрәтле ирҙәрҙе йыя.
Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – ти. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – ти Йеһошафат.
Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп, Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултыра, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итә.
Һинең нәҫелеңдән булған һәм һинән тыуған ҡайһы бер улдарыңды ла алып китерҙәр – улар Бабил батшаһының һарайында алашар булып хеҙмәт итер».
Батша һарай хеҙмәтселәре башлығы Ашпеназға һөргөндәге исраилдар араһынан батша тоҡомона һәм юғары ҡатлам кешеләренә ҡараған ғаиләләрҙән егеттәр һайлап алырға ҡушты.
Игенегеҙҙең һәм йөҙөмдәрегеҙҙең ундан бер өлөшөн алып, үҙенең ярандарына һәм хеҙмәтселәренә таратыр.