Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 18:5 - Изге Яҙма

5 Исраил батшаһы дүрт йөҙ пәйғәмбәрҙе йыйып ала ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыҡмы, әллә бармайыҡмы? – тип һорай. – Бар, – тип яуап ҡайтара пәйғәмбәрҙәр. – Алла ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 18:5
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша уларҙан: – «Атайың яурындарыбыҙға һалған ауыр йөктө еңеләйт», – тигән был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарайым? Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тип һораны.


Ә хәҙер бөтә Исраил халҡын минең яныма Кармәл тауына йыйҙыр. Бәғелдең Изевел табынында ашап-эскән дүрт йөҙ илле пәйғәмбәре һәм алиһә Ашераға табынған дүрт йөҙ пәйғәмбәр ҙә шунда килһен.


Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине.


– Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең. – Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған.


Михаяһ батша алдына килә. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һорай. – Барығыҙ, – ти Михаяһ. – Юлығыҙ уңыр, улар ҡулығыҙға тапшырылыр.


Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай ти: – Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара.


Әммә Йеһошафат: – Раббының тағы берәй пәйғәмбәре ҡалманымы? Унан да һорап ҡарар инек, – ти.


Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙгә пәйғәмбәрлек иткән пәйғәмбәрҙәрҙең Әйткәндәренә ҡолаҡ һалмағыҙ. Улар һеҙҙе юҡҡа өмөтләндерәләр. Раббының ауыҙынан сыҡҡанды түгел, Үҙҙәренең уйҙырмаларын һөйләйҙәр.


Мине һанламағандарға бер туҡтауһыҙ: „Раббы әйтте: ‘Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ’“, – тиҙәр. Тиҫкәре булмыштары буйынса эшләгәндәргә: „Башығыҙға бәлә-ҡаза килмәйәсәк“, – тип әйтәләр.


Һеҙ бик ҙур хата яһайһығыҙ: «Аллабыҙ Раббыға беҙҙең турала доға ҡыл, Уның әйткәндәрен белдер. Беҙ барыһын да Ул ҡушҡанса эшләрбеҙ», – тип мине Аллағыҙ Раббыға ебәргәйнегеҙ.


Һеҙ ялғандарығыҙ менән тоғро кешеләрҙе әрнеттегеҙ, ә Мин уларҙы әрнетергә теләмәгән инем. Яман кеше боҙоҡ юлынан боролмаһын, йәнен һаҡлап ҡалмаһын өсөн, һеҙ уны хуплап торҙоғоҙ.


Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер».


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Шундай ваҡыт килер: кешеләр, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар;


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ