4 Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай ти: – Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара.
Шунан һуң Дауыт Раббыға мөрәжәғәт итте: – Йәһүҙәнең берәй ҡалаһына барырғамы миңә? – тип һораны. – Бар, – тине Раббы. – Ҡайҙа барырға һуң? – тип һораны Дауыт. – Хевронға, – тине Раббы.
Дауыт Раббынан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һораны. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.
Дауыт тағы Раббыға һорау менән мөрәжәғәт итте, һәм Ул былай тип яуап ҡайтарҙы: – Уларҙың ҡаршыһынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар.
Исраил батшаһы Ахав Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттан: – Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына бараһыңмы? – тип һорай. – Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуаплай Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың. Беҙ һинең менән бергә һуғышҡа барырбыҙ.
Исраил батшаһы дүрт йөҙ пәйғәмбәрҙе йыйып ала ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыҡмы, әллә бармайыҡмы? – тип һорай. – Бар, – тип яуап ҡайтара пәйғәмбәрҙәр. – Алла ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.
Һеҙҙе Раббынан һорашып-белешер өсөн ебәргән Йәһүҙә батшаһына иһә белдерегеҙ: „Исраилдың Аллаһы Раббы әле һин ишеткәндәр хаҡында былай ти:
Уларға ғәмәлдәренә, Яуыз эштәренә күрә ҡайтар, Ҡулдары менән ҡылғандың әжерен бир, Үҙҙәре нимәгә лайыҡ, шуны ҡыл!
– Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер.
– Эй әҙәм улы, Исраил аҡһаҡалдарына әйт, белдер уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙ Минән кәңәш һорарға килдегеҙме? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Мин һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирмәйәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким. –
Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине.
Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.