Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 18:31 - Изге Яҙма

31 Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрә лә, Исраил батшаһы икән тип уйлап, алышыр өсөн уны уратып ала. Ләкин Йеһошафат ҡысҡырып ебәрә, һәм Алла уға ярҙам итә. Алла уны һаҡлап алып ҡала,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 18:31
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә.


Йәһүҙиҙәр арттарына боролоп ҡараһа, ни күрһен – алда ла яу, артта ла яу. Шунда улар Раббынан ярҙам һорап ялбара башлай. Ҡаһиндар борғоларын ҡысҡырта,


йәһүҙиҙәр барыһы бергә һуғыш оранын ҡысҡыра һәм Алла Авияһ менән йәһүҙиҙәр алдында Яровғамды һәм бөтә исраилдарҙы ҡырып һала.


Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.


Арам батшаһы яу арбалары башлыҡтарына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорған була.


яу арбаларының башлыҡтары уның Исраил батшаһы түгеллеген күрә лә боролоп китә.


Ул пелештиҙәргә, Гур-Бәғелдә йәшәгән ғәрәптәргә һәм мағондарға ҡаршы һуғышҡанда, Алла уға ярҙам итә.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;


Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым. Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем.


Ауыҙыңдан сыҡҡан һәр ҡарарҙы Телем минең һөйләп торор.


Сөнки нахаҡҡа миңә тоҙаҡ ҡорҙолар; Һис ғәйепһеҙ йәнемә соҡор ҡаҙҙылар.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Эй бөйөк Хаким, халыҡтар араһында Һиңә рәхмәттәр уҡырмын; Өммәттәр араһында Һиңә маҡтау йырлармын.


Фирғәүен үҙ ғәскәре менән яҡынайғандан-яҡынайҙы. Бына Исраил халҡы Мысыр сиреүенең етеп килгәнен күрҙе, ҡурҡышынан Раббыға ялбарҙы.


Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.


Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ