30 Арам батшаһы яу арбалары башлыҡтарына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорған була.
Ә тупһа янында өйөлөшкән кешеләрҙе, – олоһон да, кесеһен дә – һуҡырайттылар, улар ишекте таба алмайынса аҙапланды.
Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Раббы былай ти: «Мин үлемгә дусар иткән кешене ҡулыңдан ысҡындырҙың, шуға күрә уның йәне урынына һинең йәнең алыныр, уның халҡы урынына һинең халҡың ҡырылыр», – тип белдерҙе.
Арам батшаһы яу арбаларының утыҙ ике башлығына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорғайны.
Ә Исраил Аллаһы Раббыға ынтылмағандар, оломо ул, кесеме, ир кешеме ул, ҡатын-ҡыҙмы, үлергә тейеш була.
Ахав Йеһошафатҡа былай ти: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштыра ла, яуға инәләр.
Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрә лә, Исраил батшаһы икән тип уйлап, алышыр өсөн уны уратып ала. Ләкин Йеһошафат ҡысҡырып ебәрә, һәм Алла уға ярҙам итә. Алла уны һаҡлап алып ҡала,
Хөкөм иткәндә бер кемде лә айырып ҡарамағыҙ, кесеһенең дә, олоһоноң да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки хөкөм – Алла эше. Ә инде үҙегеҙгә хәл итеүе ауыр булған мәсьәләләрҙе миңә еткерегеҙ, уны мин үҙем хәл итермен».