25 – Михаяһты ҡала башлығы Амон менән батша улы Йоашҡа алып барып тапшырығыҙ! – тип бойора Исраил батшаһы. –
Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтып килгәнсе, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр.
– Быны һин ҡайҙа йәшенергә белмәйенсә, иң төпкө бүлмәлә боҫоп ултырған көндө белерһең, – тип яуаплай Михаяһ.
Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып: – Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – ти.
Батшалыҡ итеүенең ун һигеҙенсе йылында, илде, Алла ҡорамын таҙартҡас, Йошияһ Асалъяһ улы Шафанды, ҡала мөдире Мағасеяһты, йылъяҙмасы Йоах Йоахаз улын Аллаһы Раббының ҡорамын төҙөкләндерергә ебәрә.