Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 18:21 - Изге Яҙма

21 «Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 18:21
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Исраил батшаһы Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте.


Бына шулай итеп, Раббы был пәйғәмбәрҙәреңдең ауыҙына ялғансы рух индерҙе. Сөнки ул һинең башыңа бәлә күндерергә ҡарар итте.


Раббы шайтанға былай тине: – Ярай, уның бар булғаны һинең ҡулыңда. Фәҡәт үҙенә генә ҡағылаһы булма. Шунан шайтан Раббы янынан китеп барҙы.


– Ярай, – тине Раббы шайтанға. – Ул һинең ҡулыңда. Тик йәнен генә алма.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.


Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Ул, беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


һәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгөндәй күп булыр.


Алла Авимәләх менән Шәхәм кешеләре араһына яуыз рух ебәрҙе, һәм Шәхәм кешеләре Авимәләхкә хыянат итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ