19 Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Исраил батшаһы Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте.
Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте.
Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине.
Ә Михаяһ былай ти: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем.
Шунда бер рух сығып Раббы алдына баҫты ла: «Мин ҡоторта алам», – тине. Раббы унан: «Нисек итеп?» – тип һораны.
«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».
Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит».
Әгәр барһаң, һин үҙең генә бар, һуғышта ғәйрәтле бул, әммә Алла һине дошмандан еңелдерер, сөнки ярҙам биреү ҙә, ҡолатыу ҙа Алланың ҡөҙрәтендә.
Көс тә, хикмәт тә Унда; Алдаған да, алданған да Уның ихтыярында.
Тәҡүәлек менән әҙәп тура юлдан йөрөтөр, яман әҙәмде үҙ боҙоҡлоғо йыға һуғыр.
Ҡара, күрек менән ҡуҙ өрҙөргән, Үҙ маҡсаты өсөн ҡорал әҙерләгән Тимерсене Мин яраттым, Юҡ итһен тип емереүсене лә Мин бар ҡылдым.
Әгәр был пәйғәмбәр яңылыш пәйғәмбәрлек итә икән, уны Мин Раббы яңылыштырған булам. Мин уға ҡаршы ҡулымды күтәрермен, уны халҡым Исраил араһынан юҡ итермен.