16 Шунан Михаяһ былай ти: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.
Ә хәҙер көслө һәм ҡыйыу булығыҙ; хакимығыҙ Шаул вафат булды, ә Йәһүҙә ырыуы мине үҙенә батша итеп мәсехләне.
Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.
Шунан Михаяһ былай тине: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.
хакимығыҙҙың иң яҡшы һәм намыҫлы улын һайлап атаһының тәхетенә ултыртығыҙ ҙа хужағыҙҙың нәҫел-нәсәбен яҡлап һуғышығыҙ».
– Раббы исеме хаҡына миңә тик дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – ти уға батша.
– Был миңә бер йүнле нәмә лә әйтмәҫ, тик яманлыҡ ҡына юрар, тимәнемме ни һиңә? – ти Исраил батшаһы Йеһошафатҡа.
«Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Көтөүсе булмағанлыҡтан, ҡуйҙарым табышҡа әйләнде, һарыҡтарым ҡырағай януарҙарға емтек булды. Көтөүселәрем ҡуйҙарымды ҡараманы, бары үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртты».
Ҡалаларыңды харабаға әйләндереп, һине кешеһеҙ ҡалдырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһең.
Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.
«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.
халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.
Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!
Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине.
Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе, уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы.