14 Михаяһ батша алдына килә. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һорай. – Барығыҙ, – ти Михаяһ. – Юлығыҙ уңыр, улар ҡулығыҙға тапшырылыр.
Ҡояш төшлөккә еткәс Ильяс уларҙан: – Нығыраҡ ҡысҡырығыҙ! Алла бит ул, бәлки уйға батҡандыр, бәлки берәй эше барҙыр, йәки берәй ергә китеп баралыр. Йә булмаһа йоҡлап киткәндер ҙә уятырға кәрәктер, – тип көлә башланы.
Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.
Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине.
– Тере Раббы шаһит: Аллам миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтара Михаяһ.
– Раббы исеме хаҡына миңә тик дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – ти уға батша.
Икмәгеңде һыуға ағыҙ, күп көндәрҙән һуң һин уны ҡабат табырһың.
Эй Ғус ерендә йәшәгән Эдом-ҡыҙ! Шатлан һәм күңел ас! Тик Раббының асыу туҫтағынан һин дә эсерһең, Иҫереп шәрә ҡалырһың.
Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? – тине. – Бына, ваҡыт килде. Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк.