Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 18:11 - Изге Яҙма

11 Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юрай: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 18:11
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине.


Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерә: – Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!»


Михаяһты алырға ебәрелгән кеше уға былай ти: – Ҡара әле, бөтә пәйғәмбәрҙәр бер ауыҙҙан батшаға уңыш юрай, һинең һүҙең дә уларҙыҡы кеүек булһа ине: һин дә яҡшыға юра.


Исраил батшаһы дүрт йөҙ пәйғәмбәрҙе йыйып ала ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыҡмы, әллә бармайыҡмы? – тип һорай. – Бар, – тип яуап ҡайтара пәйғәмбәрҙәр. – Алла ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.


Халҡымды аҙҙырған пәйғәмбәрҙәргә Раббы былай ти: «Һеҙҙе ашатҡандарға тыныслыҡ юрайһығыҙ, Туйҙырмағандарға һуғыш иғлан итәһегеҙ.


Был әҙәмдәр, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана, аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ