9 Улар Йәһүҙәлә Раббының ҡанун китабынан һабаҡ бирә. Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында халыҡты уҡытып йөрөйҙәр.
Оҙаҡ йылдар Исраил халҡы хаҡ Аллаһыҙ, юл күрһәтеүсе ҡаһинһыҙ, ҡанунһыҙ йәшәне.
Йеһошафат Йәрүсәлимдә ҡайһы бер левиҙәрҙе, ҡаһиндарҙы һәм Исраил нәҫелдәре башлыҡтарын Раббы ҡанунына нигеҙләнеп хөкөм сығырырға һәм кешеләр араһындағы дәғүәләрҙе хәл итергә тәғәйенләй. Улар Йәрүсәлимдә йәшәй.
Үҙҙәрен Раббыға бағышлаған һәм халыҡҡа ғилем биргән левиҙәргә былай ти: – Изге һандыҡты Исраил батшаһы Дауыттың улы Сөләймән төҙөгән ҡорамға ҡуйығыҙ. Бынан ары һеҙгә уны күсереп йөрөтөүҙең хәжәте юҡ. Хәҙер Аллағыҙ Раббыға һәм Уның халҡы Исраилға хеҙмәт итегеҙ.
Йешуағ, Бани, Шеревъяһ, Ямин, Ғаҡҡув, Шаббеҫай, Һодияһ, Мағасеяһ, Ҡылита, Ғазаръяһ, Йозавад, Ханан, Пелаяһ исемле левиҙәр аяғүрә торған халыҡҡа ҡанунды аңлатып торҙо.
Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.
Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.
Бер ҡалала эҙәрләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Исраилдың бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.
Ғайса ун ике шәкертенә нәсихәтен биргәндән һуң, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.
Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылына!
Әгәр ҙә Мусаға ышанһағыҙ, Миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул Минең хаҡта яҙҙы.
Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәтегеҙ булһа, һөйләгеҙ, – тигән һүҙҙәрҙе еткерҙе.
Сөнки Муса ҡануны элек-электән һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханаларҙа уҡыла, – тине Яҡуп.
Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.
Филиппус иһә Ашдод ҡалаһына барып сыҡты. Ул Ҡайсареяға барып еткәнсе юлындағы ҡалаларҙа Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне.
Бөтә яҡлап та өҫтөнлөгө ҙур. Иң элек Алла һүҙе уларға ышанып тапшырылған.
Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!