ІІ Йылъяҙма 17:6 - Изге Яҙма6 Йеһошафат бөтөн күңелен биреп Раббы юлында йөрөргә тырыша. Ул Йәһүҙәнән табыныу ҡалҡыулыҡтарын да, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ла юҡ итә. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Ахырҙа бындағы бөтә исраилдар Йәһүҙә ҡалаларына юллана, уларҙағы табыныу бағаналарын вата, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡа, Йәһүҙә һәм Бинйәмин, Әфраим һәм Менашше ерҙәрендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм ҡорбан усаҡтарын тотошлайы менән емереп сыға. Шунан һуң һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ ҡалаһына ҡайтып китә.