14 Бына уларҙың нәҫел буйынса төҙөлгән исемлеге: Йәһүҙә ырыуынан мең баштары: ғәскәр башы Ғадна һәм уның өс йөҙ мең ҡаһарман яугире;
Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!
Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.
Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.
Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир туплай. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш була.
Авияһ һайланма батырҙарҙан торған дүрт йөҙ мең кешелек ғәскәрен һуғышҡа индерә, ә Яровғам уға ҡаршы һигеҙ йөҙ мең һайланма яугирен сығара.
Асаның Йәһүҙә ырыуынан ҡалҡан һәм һөңгө менән ҡоралланған өс йөҙ меңлек, Бинйәмин ырыуынан ҡалҡанлы һәм уҡ-һаҙаҡлы ике йөҙ һикһән меңлек ғәскәре булып, уларҙың барыһы ла ҡаһарман яугир була.
Йәһүҙә ҡалаларында ул күп итеп кәрәк-яраҡ туплай, Йәрүсәлимдә үҙенең ҡаһарман яугирҙәрен урынлаштыра.
уның артынса – ғәскәр башы Йеһоханан һәм уның ике йөҙ һикһән мең яугире;
Улар ҡулы аҫтында өс йөҙ ете мең биш йөҙ ҡаһарман яугир булып, улар батшаға фиҙаҡәр рәүештә ярҙам итергә, дошманға ҡаршы һуғышҡа инергә әҙер тора.
икенсе айҙың беренсе көнөндә бөтә йәмғиәтте йыйҙылар ҙа Раббы бойорғанса йәше егерменән уҙған барлыҡ ир-атты нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса берәм-берәм исемлеккә теркәнеләр. Шул рәүешле Муса Синай сүлендә халыҡтың иҫәбен алды.
– Һарун менән икегеҙ тотош Исраил йәмғиәтен нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса һанап сығығыҙ. Йәше егерменән уҙған һуғышҡа яраҡлы бөтә ир затын, төркөмдәргә бүлеп, берәм-берәм исемләп иҫәпкә алығыҙ.