Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 17:10 - Изге Яҙма

10 Йәһүҙә тирәһендәге бөтә батшалыҡтарҙы Раббы дәһшәте биләп ала, шуға күрә улар Йеһошафатҡа ҡаршы һуғыш асмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 17:10
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.


Аса үҙенең кешеләре менән уларҙы Герарға тиклем баҫтыра. Куштар ҡыйратыла, бер тере йән эйәһе лә ҡалмай, сөнки улар өҫтөнән Раббы һәм Уның ғәскәре еңеү яулай. Йәһүҙиҙәр бик күп яумал ала.


Герар тирәһендәге ҡалаларҙа йәшәгән халыҡ Раббы дәһшәтенән ҡурҡып ҡалғанлыҡтан, йәһүҙиҙәр был ҡалаларҙы емереп, талап, бик күп яумал алып китә.


Раббы ер йөҙөндәге бар нәмәне күҙәтеп тора, Үҙенә тоғроларға көс-ҡеүәт бирә. Һин алйоттарса эш иттең. Бынан һуң башың һуғыштан сыҡмаясаҡ.


Раббының Исраил дошмандарына ҡаршы алышҡанын ишеткәс, ерҙәге бөтә батшалыҡтар Алланан ҡурҡып ҡала.


Әгәр ҙә йылына өс тапҡыр Аллағыҙ Раббы хозурына килеп баҫыр булһағыҙ, Мин халыҡтарҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен, биләмәләрегеҙҙе киңәйтермен, бер кем дә ерегеҙҙе тартып ала алмаҫ.


Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.


Йылан һымаҡ, һөйрәлеүселәр һымаҡ туҙан яларҙар, Ҡалтыранып, үҙ өңдәренән килеп сығырҙар, Эй Аллабыҙ Раббы, улар Һинән ҡурҡып, Дәһшәт эсендә Һинең яғыңа боролорҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ