1 Асанан һуң тәхеткә улы Йеһошафат ултыра һәм илде Исраилға ҡаршы торорлоҡ итеп көсәйтә.
Аса вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында аталары янына ерләнде. Урынына улы Йеһошафат тәхеткә ултырҙы.
Исраил батшаһы Ахавтың дүртенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йеһошафат Аса улы ултырҙы.
Раббы Ильяс аша нисек белдергән булһа, Ахазъяһ шулай үлде. Улы булмағанға күрә, тәхеткә ҡустыһы Йорам ултырҙы. Был Йәһүҙәлә Йеһошафат улы Йеһорам батшалыҡ иткәндең икенсе йылында булды.
Раббы һүҙе буйынса Дауытты бөтә исраилдар менән бергә Исраилға батша итеп ҡуйҙырыуға бөтә тырышлығын һалған кешеләр түбәндәгеләр була.
Батшалығы көсәйеп, үҙе тәхеттә нығынып киткәс, Рехавғам һәм уның менән бергә бөтә Исраил халҡы Раббы ҡанунын ташлай.
Ул Йәһүҙәнең бөтә нығытылған ҡалаларына ғәскәрҙәр ҡуя, Йәһүҙә еренә, атаһы Аса яулап алған Әфраим ҡалаларына һаҡсы ғәскәрҙәр урынлаштыра.
Ғаммондар Ғуззияһҡа яһаҡ түләп тора. Уның даны Мысыр сиктәренә тиклем тарала, сөнки ул шундай көсәйеп китә.
Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә.
Батша ҡайғыға батыр, хакимдар сараһыҙлыҡҡа төшөр, ил халҡының ҡурҡыштан ҡулдары ҡалтырар. Уларҙы тотҡан юлдарына күрә язалаясаҡмын, үҙҙәренең хөкөмө менән хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».
Аса – Йеһошафаттың, Йеһошафат – Йеһорамдың, Йеһорам – Ғуззияһтың,
Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Шаулдың улы Йонаҫан, Хорешҡа Дауыт янына килеп, уның Аллаға өмөтөн нығытып китте.