Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 16:8 - Изге Яҙма

8 Куштар менән ливиялыларҙың ғәскәрҙәре ҡеүәтле, яу арбалары һәм һыбайлылары иҫәпһеҙ-һанһыҙ түгел инеме ни? Ләкин һин Раббыға ышанғас, Ул уларҙы һинең ҡулыңа тапшырғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 16:8
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шишаҡтың бер мең ике йөҙ яу арбаһы, алтмыш мең һыбайлыһы була, ә уның менән бергә Мысырҙан килгән ливиялыларҙың, суккиҙарҙың, куштарҙың иҫәбе-һаны булмай.


Исраилдар йәһүҙиҙәрҙән ҡаса башлай, Алла уларҙы йәһүҙиҙәр ҡулына тапшыра.


Шул саҡта исраилдар буйһонорға мәжбүр була, ә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ышаныс бағлаған йәһүҙиҙәр еңә.


Асаның Йәһүҙә ырыуынан ҡалҡан һәм һөңгө менән ҡоралланған өс йөҙ меңлек, Бинйәмин ырыуынан ҡалҡанлы һәм уҡ-һаҙаҡлы ике йөҙ һикһән меңлек ғәскәре булып, уларҙың барыһы ла ҡаһарман яугир була.


Шул осорҙа Ханани әүлиә Йәһүҙә батшаһы Асаға килеп, уға былай ти: – Һин Аллаң Раббыға ышанмайынса, Арам батшаһына ышандың. Шуның өсөн, Арам батшаһының ғәскәре ҡулыңдан ысҡынды ла инде.


Арам ғәскәре аҙ һанлы булһа ла, Раббы ата-бабаларының Аллаһын онотҡан өсөн йәһүҙиҙәрҙең бихисап күп ғәскәрен улар ҡулына тапшыра. Шулай итеп, Йоаш батша язаһын ала.


Диңгеҙ юлы менән, ҡамыш кәмәләрҙә, Был ил илселәр ебәрер. Барығыҙ, етеҙ илселәр, Йылғалар бүлгесләгән ул илгә, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүемгә, Һәр тарафҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер телдә һөйләшкән халыҡҡа, Көслө һәм баҫҡынсыл милләткә барығыҙ!


Куш менән Мысыр уның һанһыҙ ҡеүәте ине, Пут һәм Ливия ярҙамға ашыға торғайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ