6 Ә Аса батша барса йәһүҙиҙәрҙе алып килеп, Бағша төҙөлөштә файҙаланған таштарҙы, бүрәнәләрҙе Раманан ташытып бөтөрә лә улар менән Гевағ һәм Миспа ҡалаларын нығыта.
Аса менән Исраил батшаһы Бағша ғүмер буйы үҙ-ара һуғышты.
Аса батша оран һалып, бер кемде лә ҡалдырмайынса, барса йәһүҙиҙәрҙе алып килде лә Бағша төҙөлөштә файҙаланған таштарҙы, бүрәнәләрҙе Раманан ташытып бөтөрҙө һәм улар менән Миспа, Бинйәмин биләмәһендәге Гевағ ҡалаларын нығытты.
Бынан тыш Бинйәмин ырыуы биләмәһенән уларға көтөүлектәре менән Гевағ, Ғәләмәҫ, Ғанаҫоҫ тапшырыла. Уларҙың ырыуына барлығы ун өс ҡала бирелә.
Был хаҡта ишеткәс, Бағша Раманы нығытыуҙан туҡтай һәм был эшен ташлап ҡуя.
Шул осорҙа Ханани әүлиә Йәһүҙә батшаһы Асаға килеп, уға былай ти: – Һин Аллаң Раббыға ышанмайынса, Арам батшаһына ышандың. Шуның өсөн, Арам батшаһының ғәскәре ҡулыңдан ысҡынды ла инде.
Улар Йәһүҙәгә табан юллана, уға бәреп инә һәм батша һарайында табылған барлыҡ мөлкәтте, шулай уҡ улдарын һәм ҡатындарын алып китә. Уның кинйәһе Йеһоахаздан башҡа улы ҡалмай.
Тарлауыҡты үттеләр, «Гевағта ҡунайыҡ», – тинеләр. Рама ҡалаһы ҡурҡыуҙан ҡалтыраны, Шаул Гивғаһында йәшәгәндәр ҡасып китте.
Йермеяһ Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барҙы һәм уның янында илдә ҡалған халыҡ араһында йәшәй башланы.
Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор.
Дилған, Миспе, Йоҡтеил,
Шемуил халыҡты Раббы хозурына Миспаға саҡырҙы.
Һәр йыл һайын Бейт-Илде, Гилгалды, Миспаны йөрөп сығыр, бөтә был урындарҙа Исраилға хөкөм ҡылыр ине.
Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп: – Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине. Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды.