Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 16:3 - Изге Яҙма

3 «Минең менән һинең арала минең атайым менән һинең атайың араһындағы кеүек килешеү булһын. Бына мин һиңә алтын-көмөш ебәрәм. Ә һин Исраил батшаһы Бағша менән төҙөгән килешеүеңде өҙ – ул ғәскәрҙәрен минең ерҙәремдән сығарһын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 16:3
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахырҙа батша, Ғивғон кешеләрен саҡырып алып, улар менән һөйләште. Ғивғон кешеләре Исраил ырыуҙарынан түгел ине, әмөриҙәрҙән ҡалғайны улар. Исраилдар уларға зыян килтермәҫкә ант иткәйне. Әммә Шаул, Исраил менән Йәһүҙәнең мәнфәғәтен ҡайғыртып, уларҙы ҡырып бөтөрөргә тырышҡайны.


Аса менән Исраил батшаһы Бағша ғүмер буйы үҙ-ара һуғышты.


Аса, Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған алтын-көмөштө ала ла Дамаскта йәшәгән Арам батшаһы Бен-Һададҡа ебәрә. Уға былай тип әйтергә ҡуша:


Бен-Һадад Аса батшаның тәҡдимен тыңлай һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрә. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Майимды һәм Нафтали ерендәге келәт ҡәлғәләрҙе баҫып ала.


Исраил батшаһы Ахав Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттан: – Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына бараһыңмы? – тип һорай. – Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуаплай Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың. Беҙ һинең менән бергә һуғышҡа барырбыҙ.


Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.


Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.


– Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан.


Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.


ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле,


ә һеҙ был илдә йәшәгән кешеләр менән килешеү төҙөмәгеҙ, уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ», – тинем. Ләкин һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ. Нисек шулай эшләй алдығыҙ һеҙ?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ