14 Уны иҫән сағында үҙе өсөн Дауыт ҡалаһында ҡаяла уйҙырған төрбәгә ҡуялар. Уны төрлө хуш еҫле матдәләр, еҫле майҙар тултырылған ятаҡҡа һалалар, уның хөрмәтенә ҙур итеп усаҡ яндыралар.
Һуңынан үҙ хеҙмәтендәге табиптарға атаһының мәйетен бәлзәмләргә әмер бирҙе. Табиптар Исраилды бәлзәмләргә кереште.
Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғәүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.
Ғасаһилды Бейт-Ләхәмдә атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар. Шунан Йоав үҙенең кешеләре менән төнө буйы барып, таң атҡанда ғына Хевронға ҡайтып инде.
Аса батшалыҡ итеүенең ҡырҡ беренсе йылында вафат була һәм ата-бабалары хозурына күсә.
Көндән-көнгә был дауам итә, ә икенсе йылдың аҙағына ауырыуҙан уның эсе ҡойола һәм бик ныҡ һыҙланып-яфаланып, Йеһорам донъя ҡуя. Уның ата-бабаларын ҡуйғанда ерләү усаҡтары яндырған халыҡ Йеһорам хаҡына усаҡ яғыуҙы кәрәк тапмай.
Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны Дауыт нәҫеле төрбәһенең үрге яғына дәфен ҡылалар. Хизкияһ вафат булғас, бөтә Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлим кешеләре уны хөрмәтләп оҙата. Уның урынына улы Менашше батша була.
Хеҙмәтселәре уны, яу арбаһынан төшөрөп, икенсе арбаға ултырта һәм Йәрүсәлимгә алып ҡайта. Ул вафат була, ата-бабалары төрбәһенә дәфен ҡылына. Бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлим Йошияһ өсөн ҡайғырып илай.
Үле себен төшөп, хуш еҫле майҙы боҙған һәм һаҫытҡан кеүек, бәләкәй генә ахмаҡлыҡ та аҡыл менән абруйҙан ауырыраҡ тарта.
Кем һин, һинең бында ни эшең бар? Ни хаҡың бар – бында, Юғарыла, үҙеңә ҡәбер, Ҡаяла төрбә уяһың?
донъянан тыныс ҡына китерһең. Ата-бабаларың, һинән алда булған батшаларҙы дәфен ҡылғанда нисек хуш еҫ төтәтһәләр, һинең хөрмәтеңә лә шулай төтәтерҙәр, ‘Эй хакимыбыҙ!’ – тип һыҡтарҙар. Мин әйтәм быны“», – тип белдерә Раббы.
Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды.
ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫты һәм, төнө буйы барып, Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Бейт-Шеан диуарынан алдылар ҙа Явешҡа алып ҡайтып яндырҙылар.