Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 15:8 - Изге Яҙма

8 Ғодед улы Ғазаръяһ пәйғәмбәрҙең ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен ишеткәс, Аса рухланып китә һәм бөтә Йәһүҙә менән Бинйәмин ерҙәрендәге, Әфраим таулығында үҙе яулап алған ҡалаларҙағы ерәнгес боттарҙы тотошлайы менән ҡыйрата, Раббы ҡорамының айуаны алдындағы Раббының ҡорбан усағын яңырта.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 15:8
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән Сидон халҡының алиһәһе Ғаштореҫҡа ла, ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Милкомға ла ғибәҙәт ҡыла башланы.


Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.


Аса Йәһүҙә тәхетенә Яровғам Исраилға егерменсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырҙы.


Раббы хозурында торған баҡыр ҡорбан усағын ул, Раббы ҡорамының алдынан – яңы ҡорбан усағы менән Раббы ҡорамы араһында торған урынынан алып, әлеге яңы ҡорбан усағынан төньяҡтараҡ урынлаштырҙы.


Бәлки миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһегеҙ? Әммә Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт Йәрүсәлимдәге ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип әйтте түгелме?»


Йәрүсәлимдең көнсығышында, Һәләкәт тауының көньяғында Исраил батшаһы Сөләймән сидондарҙың ерәнгес алиһәһе Ғаштореҫҡа, моавтарҙың ерәнгес бото Кемошҡа, ғаммондарҙың ерәнгес бото Милкомға ҡорған табыныу ҡалҡыулыҡтарын нәжесләне,


Авияһ Яровғамды эҙәрлекләп ҡыуа төшә һәм уның ҡалаларын – Бейт-Илде, Йешананы, Ғәфронды улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ҡулға төшөрә.


Ул Йәһүҙәнең бөтә нығытылған ҡалаларына ғәскәрҙәр ҡуя, Йәһүҙә еренә, атаһы Аса яулап алған Әфраим ҡалаларына һаҡсы ғәскәрҙәр урынлаштыра.


Бына баш ҡаһин Амаръяһ – Раббыға ҡағылышлы эштәрҙә, Исмәғил улы Зевадъяһ, Йәһүҙә ырыуы башлығы, батшаның бөтә эштәрендә һеҙҙең өҫтә торор, ә левиҙәр эргәгеҙҙә идара эштәрен башҡарыр. Ҡыйыу эш итегеҙ, Раббы яҡшылыҡ ҡылыусы менән булһын!


Йеһошафат Йәрүсәлимдә йәшәй. Ул Беер-Шәвәғтән алып Әфраим таулығына тиклемге ерҙәрҙә көн иткән халҡын йәнә ҡат-ҡат урап сыға, уларҙы ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ҡайтырға инандыра.


Шунан улар Хизкияһ батшаның һарайына барып, былай тиҙәр: – Беҙ Раббының ҡорамын тулыһынса таҙарттыҡ, тотош яндырыу ҡорбандары өсөн ҡорбан усағын, уның барлыҡ һауыт-һабаһын, изге икмәк өҫтәлен, уның бөтә һауыт-һабаһын пакланыҡ.


Сөләймән баҡырҙан ҡорбан усағы эшләтә, уның буйын да, иңен дә егерме терһәк, бейеклеген ун терһәк иттерә.


Шул осорҙа Сөләймән ҡорамдың айуаны ҡаршыһында төҙөткән ҡорбан усағында Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерә башлай.


Кеше үҙенә кедр ағасы ҡырҡып ала; Урмандағы башҡа ағастар араһынан Кипарис йәки имәнде һайлап ҡалдыра. Ҡарағай ултырта, ә ямғыр уны үҫтерә.


Улар ҡәберлектәрҙә ултырып, Йәшерен урындарҙа төнәйҙәр, Сусҡа ите ашайҙар; Ҡаҙандарында хәрәм ит ҡайнаталар.


Яуыз ғәмәлдәре һәм гонаһтары өсөн икеләтә түләтәсәкмен, сөнки улар еремде йәнһеҙ илаһтарының ерәнгес һындары менән нәжесләне, биләмәмде әшәкелектәре менән тултырҙы.


Мин эскә индем. Ҡараһам: диуарға һәр яҡлап төрлө һөйрәлеүселәрҙең, ерәнгес хайуандарҙың, Исраил йорто табынған бөтә боттарҙың һүрәттәре уйылған ине.


Бойороҡтарымды үтәгеҙ, һеҙгә тиклем йәшәгәндәрҙең әшәке йолаларын тотоп, үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.


Биш талант алғаны уны шунда уҡ эшкә файҙаланған һәм өҫтәмә биш талант алған.


Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппиос баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Паулус Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде.


«Раббыға ерәнгес булғанды – оҫталар ҡулының эшен – уйылған йәки ҡойолған боттарҙы яһатҡан һәм йәшереп тотҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға табынып уҙғарҙығыҙ.


Улар сит илаһтарҙан баш тартты һәм Раббыға хеҙмәт итә башланы. Раббы, Исраил халҡының михнәттәрен күреп, бүтәнсә түҙә алманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ