ІІ Йылъяҙма 15:15 - Изге Яҙма15 Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Аса йәһүҙиҙәргә былай ти: – Әйҙәгеҙ, ҡалаларҙы төҙөйөк, уларҙы диуарҙар менән уратайыҡ, күҙәтеү манаралары, арҡыры биктәр менән бикләнә торған ҡапҡалар эшләйек. Бар күңелдән Аллабыҙ Раббыға ынтылғанға күрә, ил әле үҙебеҙҙеке. Беҙ Уға ынтылабыҙ, ә Ул беҙгә һәр яҡлап тыныс тормош бирә. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы ҡалаларын төҙөкләндерә, эштәре уң була.