9 Бына уларға ҡаршы өс йөҙ яу арбаһы булған бихисап ғәскәре менән Куш батшаһы Зерах яу аса. Ул Марешаға еткәс,
Шул саҡ Ашшур батшаһы Куш батшаһы Тирһаҡаның яу менән килеүе тураһында хәбәр алды һәм Хизкияһҡа тағы илселәр ебәрҙе.
Ғаҫ, Мареша, Зифты,
Аса уға ҡаршы сыға. Алышҡа әҙерләнеп, Мареша эргәһендәге Сефаҫа үҙәнендә теҙеләләр.
Куштар менән ливиялыларҙың ғәскәрҙәре ҡеүәтле, яу арбалары һәм һыбайлылары иҫәпһеҙ-һанһыҙ түгел инеме ни? Ләкин һин Раббыға ышанғас, Ул уларҙы һинең ҡулыңа тапшырғайны.
Диңгеҙ юлы менән, ҡамыш кәмәләрҙә, Был ил илселәр ебәрер. Барығыҙ, етеҙ илселәр, Йылғалар бүлгесләгән ул илгә, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүемгә, Һәр тарафҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер телдә һөйләшкән халыҡҡа, Көслө һәм баҫҡынсыл милләткә барығыҙ!
Куш, Пут һәм Луд, Барлыҡ ят ҡәбиләләр, Кув һәм килешеү төҙөшкән илдең кешеләре Мысырҙар менән бергә ҡылыстан үткәреләсәк».
«Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»
Эй Марешала йәшәгәндәр, Раббы һеҙгә илбаҫарҙар алып килә. Исраилдың затлы кешеләре Ғадуллам мәмерйәһенә һыйынасаҡ.
Ҡығила, Ахзив һәм Мареша – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала.
Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе яуыз рухтар. Улар бөтә донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.