4 Ул йәһүҙиҙәргә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ынтылырға, ҡанун һәм бойороҡтарын үтәргә ҡуша;
Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.
Левиҙәр артынса Исраил ырыуҙарынан Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән хеҙмәт итергә ынтылғандар, ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ҡорбан килтерергә тип, Йәрүсәлимгә ағыла.
ул сит илаһтарҙың ҡорбан усаҡтарын һәм табыныу ҡалҡыулыҡтарын юҡ иттерә, табыныу бағаналарын ваттыра, Ашераның ҡолғаларын ҡырҡтыра.
Йәһүҙә ҡалаларының бөтәһендә лә табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм хуш еҫ төтәтеү ҡорбан усаҡтарын юҡҡа сығарта. Аса заманында батшалыҡ именлектә көн итә.
Улар батшалыҡ өсөн, Изге торлаҡ өсөн һәм Йәһүҙә өсөн ҡорбан салырға тип, ете үгеҙ башмаҡ, ете һарыҡ тәкәһе, ете һарыҡ бәрәсе һәм гонаһ ҡорбанлығы өсөн ете кәзә тәкәһе алып килә. Хизкияһ Һарун тоҡомонан булған ҡаһиндарға Раббының ҡорбан усағында уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерергә ҡуша.
Хизкияһ ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанын килтерергә бойора. Ҡорбан килтереү йолаһына керешкәс, борғоларға һәм Исраил батшаһы Дауыттың уйын ҡоралдарына ҡушылып, Раббыға бағышланған йыр башлана.
Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.
Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.
Раббының ҡорбан усағын аяҡҡа баҫтырып, унда татыулыҡ һәм шөкөр ҡорбандары килтерә, Йәһүҙә халҡына Исраил Аллаһы Раббыға табынырға бойора.
Минең бойороғом буйынса бүлмәләрҙе таҙарттылар һәм мин Алла йортоноң һауыт-һабаларын, икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмаланы кире индерҙем.
Раббы Исраил нәҫеленә былай ти: «Миңә ынтылығыҙ, шунда иҫән ҡалырһығыҙ.
Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.
Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде.