Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 14:2 - Изге Яҙма

2 Аса Аллаһы Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 14:2
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аса, Дауыт кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.


Ул боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән барлыҡ ир фәхешселәрҙе илдән ҡыуҙы. Ата-бабалары яһатҡан боттарҙы алып ташланы.


Табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирҙе, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Раббыға тоғро булды.


Авияһ үлеп, ата-бабалары хозурына күсә. Ул Дауыт ҡалаһында ерләнә. Урынына улы Аса батша була. Аса батшалыҡ иткән ун йылда илдә тыныслыҡ була.


ул сит илаһтарҙың ҡорбан усаҡтарын һәм табыныу ҡалҡыулыҡтарын юҡ иттерә, табыныу бағаналарын ваттыра, Ашераның ҡолғаларын ҡырҡтыра.


Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итә һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндыра.


Йеһошафат бөтөн күңелен биреп Раббы юлында йөрөргә тырыша. Ул Йәһүҙәнән табыныу ҡалҡыулыҡтарын да, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ла юҡ итә.


Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылмай, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.


Уға Ильяс пәйғәмбәрҙән хат килә. Унда былай тиелгән була: Һинең боронғо бабаң Дауыттың Аллаһы Раббы бына нимә ти: «Һин атайың Йеһошафаттың, Йәһүҙә батшаһы Асаның юлынан йөрөмәнең,


Ахырҙа бындағы бөтә исраилдар Йәһүҙә ҡалаларына юллана, уларҙағы табыныу бағаналарын вата, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡа, Йәһүҙә һәм Бинйәмин, Әфраим һәм Менашше ерҙәрендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм ҡорбан усаҡтарын тотошлайы менән емереп сыға. Шунан һуң һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ ҡалаһына ҡайтып китә.


Был үҙгәрештәрҙе Хизкияһ бөтә Йәһүҙәлә ғәмәлгә ашыра. Ул үҙенең Аллаһы Раббы алдында яҡшы, дөрөҫ һәм тоғро ғәмәлдәр эшләй.


бөтә Исраил илендә уларҙың ҡорбан усаҡтарын, Ашера ҡолғаларын юҡ иттерә, боттарын селпәрәмә килтереп ташлай. Шунан һуң Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта.


Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер.


ғүмеребеҙҙең бар көндәрендә Уның алдында изге һәм тәҡүә булып, Уға хеҙмәт итә аласаҡбыҙ.


Ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын юҡ итегеҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын утта яндырығыҙ, илаһтарының боттарын ватығыҙ – ул урында уларҙың исемдәре лә иҫкә төшмәҫлек булһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ