13 Аса үҙенең кешеләре менән уларҙы Герарға тиклем баҫтыра. Куштар ҡыйратыла, бер тере йән эйәһе лә ҡалмай, сөнки улар өҫтөнән Раббы һәм Уның ғәскәре еңеү яулай. Йәһүҙиҙәр бик күп яумал ала.
Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Йәфәҫтең нәҫел шәжәрәләре. Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Йәфәҫтең балалары тыуҙы.
Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.
Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне.
Илдә Ибраһим заманындағы йотлоҡтан башҡа тағы бер аслыҡ булды. Исхаҡ Герарға, пелештиҙәр батшаһы Авимәләхкә китте.
Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.
Шулай итеп, Дауытҡа ярҙамға көн-төн кеше ағыла, шунлыҡтан уның ғәскәре Алла ғәскәре кеүек осһоҙ-ҡырыйһыҙға әүерелә.
Шишаҡтың бер мең ике йөҙ яу арбаһы, алтмыш мең һыбайлыһы була, ә уның менән бергә Мысырҙан килгән ливиялыларҙың, суккиҙарҙың, куштарҙың иҫәбе-һаны булмай.
Герар тирәһендәге ҡалаларҙа йәшәгән халыҡ Раббы дәһшәтенән ҡурҡып ҡалғанлыҡтан, йәһүҙиҙәр был ҡалаларҙы емереп, талап, бик күп яумал алып китә.
Ошо көндө яумал малынан ете йөҙ баш эре малды, ете мең баш ваҡ малды Раббыға ҡорбан итәләр,
Йәһүҙә тирәһендәге бөтә батшалыҡтарҙы Раббы дәһшәте биләп ала, шуға күрә улар Йеһошафатҡа ҡаршы һуғыш асмай.
Раббының Исраил дошмандарына ҡаршы алышҡанын ишеткәс, ерҙәге бөтә батшалыҡтар Алланан ҡурҡып ҡала.
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
Бар нәмәһе бурысын түләүгә китеп бөтһөн; Эшләп тапҡан малын яттар талап китһен!
Улар, Раббы янынан һәм Уның ҡөҙрәтле шөһрәтенән ситләтелеп, язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер.
– Һеҙҙеке лә, дошман да түгел, – тип яуапланы теге кеше. – Мин – Раббы ғәскәренең башлығымын. Бына, килдем. Йушағ уның алдына йөҙтүбән ҡапланып: – Хакимым мин ҡолона нимә әйтер? – тип һораны.
Мин ҡолоңдоң ғәйебен кисерә күр, зинһар. Раббы хакимыма мотлаҡ ышаныслы йорт ҡорор, сөнки хакимым Раббының һуғыштарын алып бара. Ә яуызлыҡ һиндә ғүмерҙә лә булмаясаҡ.