12 Раббы Аса менән йәһүҙиҙәрҙең күҙе алдында куштарҙы тар-мар итә. Куштар ҡаса башлай.
Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.
Улар һағриҙарҙың көтөүҙәрен – илле мең дөйәне, ике йөҙ илле мең баш ваҡ малды, ике мең баш ишәкте ҡулға төшөрә, йәнә йөҙ мең кешене әсиргә ала.
Шишаҡтың бер мең ике йөҙ яу арбаһы, алтмыш мең һыбайлыһы була, ә уның менән бергә Мысырҙан килгән ливиялыларҙың, суккиҙарҙың, куштарҙың иҫәбе-һаны булмай.
йәһүҙиҙәр барыһы бергә һуғыш оранын ҡысҡыра һәм Алла Авияһ менән йәһүҙиҙәр алдында Яровғамды һәм бөтә исраилдарҙы ҡырып һала.
Ошо көндө яумал малынан ете йөҙ баш эре малды, ете мең баш ваҡ малды Раббыға ҡорбан итәләр,
Һөрән һалып маҡтау йырлай башлаған мәлдәрендә, Йәһүҙәгә яу менән килә ятҡан ғаммондар, моавтар һәм Сеғир тауҙарында йәшәүселәргә ҡаршы боҫҡон ҡора һәм улар ҡырыла.
Тап дүрт йөҙ утыҙ йыл тулған көндө Раббының бөтә ғәскәре Мысыр еренән сыҡты.
Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты.
Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне. – Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша.
«Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»
Әммә, Аллаға шөкөр, Ул Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү бирә.
Шуға күрә лә мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем, һауаға һуғыусы кеүек тә киҙәнмәйем.
Һиңә ҡаршы килгән дошмандарыңды Раббы алдыңда ҡырып һалыр. Һеҙгә бер юлдан ҡаршы сыҡһалар, ете юлдан ҡасып китерҙәр.
Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.
Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.