6 Әммә Дауыт улы Сөләймәндең ҡоло Яровғам Неват улы фетнә күтәрҙе, үҙ хакимына ҡаршы сыҡты.
Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине.
Яровғамдың ҡайтҡанын ишетеп, халыҡ уны йыйынға саҡырҙы һәм Исраилға батша итеп ҡуйҙы. Дауыт нәҫеленә бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.
Әгәр был халыҡ Йәрүсәлимгә барып, Раббы ҡорамында ҡорбан салырға йөрөһә, күңелдәре менән ҡабат хакимдарына, Йәһүҙә батшаһы Рехавғамға, боролор. Мине үлтереп, яңынан Рехавғамға барырҙар».
Раббы һәр саҡ Хизкияһ менән булды, шуға күрә ниндәй эшкә тотонһа ла, ул уңыш ҡаҙанды. Хизкияһ башҡаса Ашшур батшаһына хеҙмәт итергә теләмәйенсә, баш күтәрҙе.
Әлегәсә Исраилдың төньяҡ ырыуҙары Дауыт йортона буйһонмай.