5 Исраил Аллаһы Раббының Исраилға батшалыҡ итеүҙе Дауытҡа һәм уның нәҫеленә тоҙ килешеүе буйынса мәңгелеккә биргәнен белмәйһегеҙме ни?
Бына Йоав ғәскәре менән арамиҙарға һөжүм итте һәм тегеләр унан ҡаса башланы.
Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым.
Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың хозурына күскәс, һинең нәҫелеңде, улдарыңдың береһен батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.
Мин уны йортома һәм батшалығыма мәңгелеккә ҡуйырмын, уның тәхете мәңге ныҡ булыр».
Инде, йә Раббым, Исраил Аллаһы, ҡолоңа, атайым Дауытҡа, биргән тағы бер вәғәҙәңде үтәһәң ине. Уға: «Балаларың да һинең кеүек, Минең ҡанунымды үтәп, хаҡ юлымдан йөрөһә, Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип әйткәйнең.
– Бик насар эшләйһегеҙ, – тинем мин уларға. – Дошмандарығыҙ булған сит халыҡтар алдында хурлыҡҡа төшмәҫ өсөн Аллабыҙҙан ҡурҡып ҡына йөрөргә тейеш түгелһегеҙме ни һеҙ?
Белемде ек күргәнгә, Раббынан ҡурҡыуҙан баш тартҡанға,
Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».
Уларҙы Раббы хозурына килтер. Ҡаһиндар, уларға тоҙ һибеп, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ тәҡдим итһен.
– Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән.
Икмәк саҙаҡаларыңдың барыһына ла тоҙ һал. Сөнки тоҙ – Алла менән һинең арала төҙөлгән килешеүҙең билдәһе. Бөтә икмәк саҙаҡаларыңды ла тоҙһоҙ ҡалдырма.
Исраилдарҙың Раббыға килтергән бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын һиңә һәм һинең улдарың менән ҡыҙҙарыңа мәңгелек өлөш итеп бирәм. Был – һинең һәм һинең тоҡомоң менән Раббы араһында төҙөлгән мәңгелек тоҙ килешеүе.
Әммә улар күктең һәм ерҙең борондан булыуын, уларҙың Алла һүҙе менән һыуҙан һәм һыу аша яратылыуын юрый һанға һуҡмайҙар.
Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.
Ишай кеше ебәреп, улын килтертте. Ул ике бите ҡыҙарып янып торған, матур күҙле, күркәм йөҙлө ине. Раббы Шемуилға: – Тор, уны мәсехлә, һайлаған кешем ошо, – тине.