22 Авияһтың башҡа ғәмәлдәре, эш-ҡылыҡтары һәм әйткәндәре Ғиддо пәйғәмбәр яҙмаһында хикәйәләнә.
Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара.
Авияһ иһә көсәйгәндән-көсәйә бара. Ул ун дүрт ҡатын ала, егерме ике улы менән ун алты ҡыҙы була.
Йоаштың улдары, уға ҡаршы әйтелгән бик күп пәйғәмбәрлек һүҙҙәре, Алла ҡорамын төҙөкләндереүгә ҡағылышлы хикәйәләүҙәр Батшалар китабындағы яҙмаларҙа бирелгән. Йоаш урынына улы Амасъяһ батша булып ултыра.
Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.