16 Исраилдар йәһүҙиҙәрҙән ҡаса башлай, Алла уларҙы йәһүҙиҙәр ҡулына тапшыра.
Дошмандарыңды ҡулыңа тапшырған Юғарыларҙан Юғары Аллаға рәхмәттәр яуһын! Ибрам уға яумалының ундан бер өлөшөн бирҙе.
Авияһ үҙенең ғәскәре менән уларҙы тар-мар итә: исраилдарҙың һайланма биш йөҙ мең яугире үлтерелә.
Куштар менән ливиялыларҙың ғәскәрҙәре ҡеүәтле, яу арбалары һәм һыбайлылары иҫәпһеҙ-һанһыҙ түгел инеме ни? Ләкин һин Раббыға ышанғас, Ул уларҙы һинең ҡулыңа тапшырғайны.
Арнон үҙәненең сигендә урынлашҡан Ғароғерҙан һәм шул үҙәндәге башҡа бер ҡаланан алып, Ғилғәдкә тиклемге арала булған бер ҡәлғәнең дә диуарҙары беҙ менә алмаҫтай бейек булманы. Аллабыҙ Раббы барыһын да беҙҙең ҡулыбыҙға тапшырҙы.
Аллабыҙ Раббы Башан батшаһы Ғоғты бөтә ғәскәре менән ҡулыбыҙға тапшырҙы һәм беҙ уларҙы һуңғы кешеһенә тиклем ҡырҙыҡ.
Раббы әмөриҙәрҙе исраилдар ҡулына тапшырған көндө Йушағ Раббыға ялбарып, бөтә Исраил халҡының күҙ алдында: – Ҡояш, Ғивғон өҫтөндә туҡтап ҡал, Ай, Айялон үҙәне өҫтөнән ҡуҙғалма, – тине.
Раббы уларға, ата-бабаларына ант иткәнсә, һәр йәһәттән тыныс тормош бирҙе. Исраилдарға бер кем дә ҡаршы тора алманы – Раббы бөтә дошмандарын уларҙың ҡулына тапшырҙы.
Йәһүҙә ырыуы яу асты һәм Раббы ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе уның ҡулына тапшырҙы. Йәһүҙиҙәр Бәзәҡтә ун мең кешене ҡырып ташланы.
Исраил Аллаһы Раббы Сихонды һәм уның бөтә ғәскәрен исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, уларҙы еңеп, ошо илдә йәшәгән әмөри халҡының бөтә ерҙәрен алды.
Шаулға Дауыттың Ҡығилаға килгәнен хәбәр иттеләр. Шаул: – Алла Үҙе уны минең ҡулыма тотторҙо: Дауыт, ҡапҡалары һәм йоҙаҡтары булған ҡалаға инеп, үҙен үҙе бикләне, – тине.