Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 13:14 - Изге Яҙма

14 Йәһүҙиҙәр арттарына боролоп ҡараһа, ни күрһен – алда ла яу, артта ла яу. Шунда улар Раббынан ярҙам һорап ялбара башлай. Ҡаһиндар борғоларын ҡысҡырта,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 13:14
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә.


Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.


Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрә лә, Исраил батшаһы икән тип уйлап, алышыр өсөн уны уратып ала. Ләкин Йеһошафат ҡысҡырып ебәрә, һәм Алла уға ярҙам итә. Алла уны һаҡлап алып ҡала,


Хизкияһ батша менән Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр, доға ҡылып күктәрҙән ярҙам ялбара.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Сөнки, йә Раббы, ғәмәлдәрең менән ҡыуандыраһың; Ҡулыңдың эштәренә һоҡланып йырлайым.


Фирғәүен үҙ ғәскәре менән яҡынайғандан-яҡынайҙы. Бына Исраил халҡы Мысыр сиреүенең етеп килгәнен күрҙе, ҡурҡышынан Раббыға ялбарҙы.


Дошман, ерегеҙгә килеп, һеҙгә һөжүм итһә, борғоларығыҙҙы хәүеф барлығын белгертеп ҡысҡыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе иҫенә төшөрөр, дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр.


Был ҡала үҙе лә, унда булған бөтә нәмә лә харам ҡылынды: ул юҡ ителергә – Раббыға бағышланырға тейеш. Беҙҙең шымсыларҙы йәшергән өсөн, фәхишә ҡатын Рахавты ғына уның өйөндәге бөтә кешеләр менән бергә иҫән ҡалдырығыҙ.


Ғай яугирҙәре әйләнеп ҡараһа, ни күрә: ҡала өҫтөндәге төтөн күккә ашҡан. Улар ҡайҙа барыр ер тапманы, сөнки сүл буйлап ҡасып барған исраилдар, кире борола һалып, эҙәрләүселәренә ташланды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ