Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 13:11 - Изге Яҙма

11 Улар көн дә иртәле-кисле тотош яндырыу ҡорбандары яндыра, хуш еҫ төтәтә, пак өҫтәлгә изге икмәктәрҙе теҙеп һала, кис һайын алтын шәмдәлдең майшәмдәрен тоҡандыра, сөнки беҙ Аллабыҙ Раббының күрһәтмәләрен үтәйбеҙ, ә һеҙ Уны ташланығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 13:11
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

атайың Ибраһимдың Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне – Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был.


Ә беҙгә килгәндә, беҙҙең Аллабыҙ – Раббы! Беҙ Унан баш тартманыҡ. Раббыға хеҙмәт итеүсе ҡаһиндар – Һарун улдары, левиҙәр ҙә үҙ вазифаларын башҡара.


Шунан Сөләймән Тир батшаһы Хирамға, кеше ебәреп, былай тип әйттерә: «Минең атайым Дауыт үҙенә һарай төҙөгәндә һин уға кедр ағасы ебәрә торғайның.


Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам.


ҡағиҙәгә ярашлы, ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһында тоҡандырыла торған майшәмдәр менән уларҙың шәмдәлдәре лә саф алтындан;


Көн һайын даими рәүештә ҡорбан усағында бер йәшлек ике тәкә бәрәсте ҡорбанға килтер.


Исраил Мине ташлап юлдан яҙған заманда Минең Изге торлағымда тоғро хеҙмәт иткән Садоҡ нәҫеленән булған леви ҡаһиндары хеҙмәт итер өсөн Минең хозурыма килһендәр. Ҡорбан малының эс майын һәм ҡанын Миңә һоноу өсөн ҡаршымда улар баҫып торор, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Минең мөҡәддәс әйберҙәрем янында вазифағыҙҙы тейешенсә үтәмәнегеҙ, Изге торлағымда хеҙмәт итеүҙе сит халыҡтарға йөкмәтеп ҡуйҙығыҙ».


Был биләмә Садоҡ нәҫеленән булған бағышланған ҡаһиндарға булыр. Улар Миңә тоғро хеҙмәт итте. Исраил халҡы юлдан яҙған саҡта левиҙәр ҙа юлдан яҙҙы, әммә улар юлдан яҙманы.


Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын.


Муса Һарунға: – Бар, төтәҫләгес алып, уға ҡуҙ, һумала-майҙар һал да йәһәт кенә йәмғиәт алдына алып бар, улар өсөн пакландырыу йолаһын үткәр, сөнки Раббы асыуланды, үләт ҡырғыны башланды, – тине.


– Ә һеҙ, Ҡорах һәм дә уның яҡлылар, бына нимә эшләгеҙ: һәммәгеҙ төтәҫләгес алығыҙ,


Болот сатыр өҫтөндә бик оҙаҡ торһа, исраилдар, Раббының күрһәтмәһен үтәп, юлға сығырға ашыҡманы.


ҡаһиндар араһындағы ғәҙәткә таянып, йәрәбә һалынды. Раббы йортона инеп, хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәрьяһҡа төштө.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ