Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 12:15 - Изге Яҙма

15 Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 12:15
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерҙе:


Дауыт батшаның барлыҡ эш-ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Шемуил әүлиәнең һәм Наҫан пәйғәмбәрҙең, шулай уҡ Ғад әүлиәнең яҙмаларында тасуирлана:


Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерә:


Шул сағында Шишаҡтан ҡасып, Йәрүсәлимдә йыйылған Йәһүҙә башлыҡтары менән Рехавғам янына Шемағъяһ пәйғәмбәр килә лә: – Раббы былай ти: «Һеҙ Мине ташланығыҙ, шуның өсөн Мин һеҙҙе ташлайым, Шишаҡ ҡулына тапшырам», – тип белдерә.


Яровғам Исраилға ун һигеҙенсе йыл батшалыҡ иткәндә, Йәһүҙә тәхетенә Авияһ ултыра.


Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша була. Әсәһе – Гивғанан Уриилдың ҡыҙы Михаяһ. Авияһ менән Яровғам араһында һуғыш ҡуба.


Авияһтың башҡа ғәмәлдәре, эш-ҡылыҡтары һәм әйткәндәре Ғиддо пәйғәмбәр яҙмаһында хикәйәләнә.


Асаның бөтә ғәмәлдәре башынан аҙағына тиклем Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.


Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Ханани улы Йеһу яҙмаларында хикәйәләнгән һәм Исраил батшалары китабына индерелгән.


Ахаздың башҡа ғәмәлдәре һәм ҡылған эштәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.


башынан аҙағынаса Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған.


Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ